Kardeş Kalemler

Dil Araştırmaları

Kalemdaş

Türk Dünyası Edebiyat Dergileri Kongresi

AYB - Edebiyat Akademisi

Uluslararası Kaşgarlı Mahmud Hikâye Yarışması

Bengü Yayıncılık

Türk Dünyasında Edebiyat Adamı Ödülleri

II. Халыҡ-ара Дедe Коркут театр әҫәрҙәре конкурсы шарттары

  • Темаһы: ирекле
  • Жанры: Ирекле (балалар өсөн пьесалар, ҡыҫҡа пьесалар һәм билдәле әҫәрҙәргә таянып эшләнгән пьесаларҙан тыш).
  • Бәйгегә төрөк, әзербайжан, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән, үзбәк, татар, башҡорт, сыуаш, ҡырым татар, ғағауыз, ҡарасәй, балҡар, ҡумыҡ, уйғыр, хакас, алтай, яҡут, тува һәм башҡа төрки телдәрҙә яҙылған әҫәрҙәр ҡабул ителә.
  • Конкурста теләгән һәр кеше ҡатнаша ала, йәш буйынса сикләү юҡ.
  • Һәр яҙыусы тик бер әҫәрен тәҡдим итеү хоҡуғына эйә.
  • Бәйгегә ебәрелгән әҫәрҙәр техник күҙлектән сәхнәгә ҡуйылырлыҡ кимәлдә яҙылырға тейеш.
  • Әҫәрҙәр оригиналь булырға, башҡа әҫәр ҡулланылып яҙылырға йә тәржемә ителгән булырға тейеш түгел.
  • Конкурсҡа ебәрелгән әҫәр башҡа конкурстарҙа премия алмауы, матбуғатта баҫылмауы һәм сәхнәгә ҡуйылмауы шарт.
  • Текстың Times Roman шрифты менән юл араһын 1,5 һәм 12-се шрифт менән баҫылыуы талап ителә.
  • Әҫәрҙәр күләме 2 шаршауҙан артыҡ булырға тейеш түгел.
  • Конкурсҡа ебәрелгән әҫәрҙәр псевдоним менән ҡатнаша. Псевдонимдан башҡа авторҙы танытырлыҡ берәй билдә булған әҫәрҙәр конкурсҡа ҡатнаштырылмаясаҡ.
  • Тәҡдим ителгән әҫәр 6 данала ебәрелеүе шарт. Әҫәр менән бергә конверт эсенә дискта word форматында уның электрон версияһы ла һалыныуы мотлаҡ.
  • Конкурста ҡатнашыусы фотоһүрәтен, псевдонимы, исем-фамилияһы, адресы яҙылған мәғлүмәтте бәләкәй конвертҡа һалып йәбештерә. Әҫәрҙең электрон версияһы яҙылған диск һәм тексы менән бергә ҙурыраҡ конверт эсендә ебәрергә тейеш. Электрон адресҡа ебәрелгән әҫәрҙәрҙә иһә был мәғлүмәт айырым файл менән бирелергә тейеш. Ул мәғлүмәт еңеүселәр билдәләнгәнсә бәйге секретариатында һаҡланасаҡ.
  • Бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр әҫәрҙәрен Avrasya Yazarlar Birliği, Sakarya Mahallesi Göztepe Sokak 5/A Altındağ/Ankara-Türkiye (Евразия Яҙыусылар Союзы, Сакаръя мәхәлләһе, Гёзтепе урамы, 5/А, Алтындаг/Анҡара-Төркиә) адресын яҙып почта аша йә Интернеттан This email address is being protected from spambots. You need JavaScript enabled to view it. электрон почтаға ебәрә ала.
  • Конкурсты ойоштороу комитеты, кәрәк булһа, конкурсҡа килгән әҫәрҙәрҙе һайлау өсөн жюри комиссияһы ҡора ала.
  • Әҫәрҙәр төрөк теленә тәржемә ителгән тексы буйынса баһаланасаҡ.
  • Конкурста ҡатнашҡан әҫәрҙәр кире ҡайтарылмаясаҡ, был мәсьәлә буйынса әҫәр авторы бер ниндәй талап та ҡуйырға тейеш түгел.
  • Конкурс премияһына лайыҡ булған әҫәрҙәр ТӨРКСОЙ ойошмаһына ағза булған өлкә театрҙары репертуарына алырға тәҡдим ителәсәк.
  • Әҫәрҙәрҙе баһалаусы жюри комиссияһына яҡын туған һәм дуҫ булған кешеләр бәйгелә ҡатнашырға тейеш түгел.
  • Үрҙә һанап кителгән шарттарға тура килмәгән әҫәрҙәр конкурста ҡатнаштырылмаясаҡ.
  • Әҫәрҙәрен бәйгелә ҡатнашырға ебәреүселәр ошо шарттарҙы ҡабул иткән тип иҫәпләнәсәк.

 

КОНКУРСТЫҢ КАЛЕНДАРЫ

  1. Конкурс иғлан ителеүе : 15.04.2017
  2. Әҫәрҙәрҙең ҡабул ителеүе тамамлана : 30.09.2017
  3. Конкурс һөҙөмтәһе иғлан ителә : 15.11.2017
  4. Премия тапшырыла : 2017 йылдың декабрендә

 

ПРЕМИЯ КҮЛӘМЕ

  1. Беренсе урынға : 15.000. (ун биш мең) төрөк лираһы
  2. Икенсе урынға : 10.000. (ун мең) төрөк лираһы
  3. Өсөнсө урынға : 5.000. (биш мең) төрөк лираһы
  4. Беренсе дәртләндереү премияһы : 2.500. (ике мең ярым) төрөк лираһы

 

 

 

Has Bahçe Edebiyat Sohbetleri

II. Uluslararası Dede Korkut Tiyatro Eseri Yarışması
 

Copyright © 2017 Avrasya Yazarlar Birligi. All Right Reserve.
AYB Türk Dünyası Yazarlar Birliği üyesidir.